Гөлнәзирә балалар баҡсаһына йөрөй. Апайҙарының, ағаһының каникулы булғас, ул да ауылда рәхәтләнеп ял итә. Өфө районынан Ғафури районына ҡайтты улар. Өләсәй менән олатайҙа ял итеүе бигерәк оҡшай бәләкәскә. Олатай эшләп ҡуйған ағас сана ла тауҙан хәтәр шәп шыуа!