+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Декабрь 2018, 00:15

Башҡортса иртәлектәр

М. Ғафуриҙың йорт - музейында БР Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә балалар өсөн башҡортса Яңы йыл кисәһе ойошторолдо.

М. Ғафуриҙың йорт - музейында БР Милли әҙәбиәт музейы менән берлектә балалар өсөн башҡортса Яңы йыл кисәһе ойошторолдо. Балалар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, үткән йылдың хужаһы булған Аҡтырнаҡ, алдағы йыл хужаһы Ҡабан ағай һәм "Өс сусҡа балаһы" тигән әкиәт геройҙары Наф - Наф, Ниф - Ниф һәм Нуф - Нуф ҡатнашлығындағы тамашаны бик яратып ҡараны, үҙҙәре лә Ҡыш бабайға йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп күрһәтте, йомаҡтар ҡойҙо. Ҡыш бабай иһә балаларға бүләктәр таратты һәм тыңлауһыҙ Ниф - Ниф менән Нуф - Нуф һымаҡ булмаҫҡа саҡырҙы. Кескәйҙәр өсөн шулай уҡ Яңы йыл темаһына оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Тамаша балаларға ла, уларҙы оҙата килгән ата - әсәләргә лә бик оҡшаны.
Читайте нас: