+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Декабрь 2018, 02:00

"Сәпид"ле Айназ

Танышығыҙ: Акциябыҙ еңеүсеһе - “Аҡбуҙат”та сайтта! Яңы ғына ҡайтып китте “Аҡбуҙат”тан - “сәпидтә”!

Республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған “Бүләккә - 100 велосипед” акцияһы еңеүсеһе – Айназ Шәһиев. Ул Ғафури районы Красносуол башҡорт гимназияһында 4-се класта уҡый. Тыныс холоҡло, ярҙамсыл, уҡыуҙа алдынғы малай “Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫы. Һәр йылда ла яратҡан журналын алдырып, “кескәйҙәр донъяһы”н ҡыҙыҡһынып уҡый икән. Иғлан ителгән М.Кәрим исемендәге шиғриәт конкурсында ла ҡатнашырға теләге бик ҙур. Кем белә, бәлки, еңеү яулап өйрәнгән малай был сарала ла үҙенең оҫталығын күрһәтер. Яңы йыл алдынан шундай ҙур бүләккә эйә булыуы, уны тағы ла ҡанатландырып, күңелен үҫтереп ебәрҙе. Еңеүсебеҙгә яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын.
Танышығыҙ:
Акциябыҙ еңеүсеһе -
“Аҡбуҙат”та сайтта!
Яңы ғына ҡайтып китте
“Аҡбуҙат”тан - “сәпидтә”!
Читайте нас: