+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2018, 22:15

Велосипед үҙ хужаһын тапты!

Ниһайәт, Аҡбуҙаттағы велосипед үҙ хужаһын тапты! Тимер атты йүгәнләүсе кем булды икән, тиһегеҙме?! Еңеүсебеҙ - Айназ исемле бик шәп егет!

Ниһайәт, Аҡбуҙаттағы велосипед үҙ хужаһын тапты! Тимер атты йүгәнләүсе кем булды икән, тиһегеҙме?! Еңеүсебеҙ - Айназ исемле бик шәп егет!
Айназ Шәһиев - Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһының 4-се А класс уҡыусыһы. Ул хатта ''Урал батыр'' эпосынан бер мең юл ятлаусы ла икән! Өйҙә ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы, бәләкәй ҡустыларына яҡшы өлгө булырҙай ағай ул Айназ.
Яратҡан журналы үткәргән конкурста бик теләп ҡатнашҡан. Әсәһе Таңһылыу апай йүгертеп, почтаға барып баҫмабыҙға яҙылып та ҡайтҡан. "Беҙ йыл да балаларыбыҙға Аҡбуҙат журналы алдырабыҙ, уҡып барабыҙ Бик матур, яҡшы журнал сығараһығыҙ, рәхмәт", - тине ул.
Читайте нас: