+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Декабрь 2018, 22:50

Еңеүсе бүләк алырға килде!

Велосипед отоусы Айназ Шәһиев бүләген алырға әсәһе һәм уҡытыусыһы Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева менән бергә килде. Үҙенең уҡыусыларын маҡтап бөтә алмай Гөлшат апайҙары. Әйткәндәй, ул уҡытҡан ошо 4-се кластан тағы ла ике уҡыусы журналыбыҙҙың башҡа төрлө иҫтәлекле бүләктәренә эйә булды. Улар - Айгиз Вәлишин һәм Илгенә Зәһиҙуллина.
Илгенә лә бүләк алырға ҡыуанып килгән. ''Мин йыл да алдырам Аҡбуҙат"ты",- ти уңған ҡыҙ. Илгенә бик яҡшы уҡый, төрлө фәндәрҙән үткән ярыштарҙа еңеү яулаған. Афарин, Красноусол уҡыусылары!
Читайте нас: