+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Декабрь 2018, 02:00

Иң бейек шыршы

Ә һеҙ, беләһегеҙме, Рәсәйҙә иң бейек Яңы йыл шыршыһын ҡайҙа ҡуйғандар икән?

Ә һеҙ, беләһегеҙме, Рәсәйҙә иң бейек Яңы йыл шыршыһын ҡайҙа ҡуйғандар икән? Баҡһаң, Ҡыҙыл яр (Красноярск) ҡалаһы майҙансығында бейеклеге 57 метрға еткән ҡупшыҡай эшләгәндәр. 55 метрлыҡ йәшел матурҡай йыйма конструкцияларға ҡуйғас тағы ла 2 метрға артҡан ти. Оҙонлоғо 18 ҡатлы йорт бейеклеге кеүек булһа, ә инде ауырлығы 65 тонна тәшкил иткән. Ул һигеҙ (8) КамАЗ автомобиленә тиң икән. Был шыршыға ғәҙәти уйынсыҡ тәтәйҙәр элмәгәндәр. Ә заманса, алтмыш меңләп (60000) баҙлап торған баҙлауыҡ - светодиод лампалар менән бик күп пикселле компьютер ҡулланып, бер-береһен алыштырып торған һүрәттәр менән биҙәргә уйлағандар. Бик ҡатмарлы был ҡоролманы автокран, вышкалар ярҙамында ғына ҡуя алғандар. Шулай уҡ алты мең (6000) квадрат метр ерҙе биләгән Боҙҡалала ла бөтә боҙ һындар шул уҡ лампалар ярҙамында яҡтыртылған икән.
Читайте нас: