+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Декабрь 2018, 02:00

1-"А"ларҙа Шыршыҡай

Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында "Шыршы байрамы"

24 декабрҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 1-"А" класында уҡыған балалар "Шыршы байрамы"на йыйылды. Башланғыс мәктәп кластары өсөн әҙерләнгән был сара үҙенең ҡабатланмаҫ ойошторолоуы менән айырылып торҙо. Сағыу итеп биҙәлгән зал-бүлмәлә, "йылп-йылп" килеп янған баҙлауыҡтар "кейгән" ҡупшыҡай шыршы - бар бәләкәстәрҙе, ата-әсәләрҙе үҙенең янына йыйҙы. Тоҡлап уйынсыҡтар, төрлө тәмлекәстәр алып килгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу отҡор, сая "әкиәт, йәнһүрәт батырҙарына" бүләктәрен йәлләмәне. Мәктәп сиктәрендә "беренселәр" өсөн беренсе тапҡыр үткән был байрам үтә лә иҫтәлекле булды. Шыршы уратып бейегән кескәй уҡыусылар дуҫ-туған булып, ҡулға-ҡул тотоноп уйын-көлкөгә ҡоролған байрамға киләһе йылда ла килергә һүҙ биреп таралышты.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА.
Читайте нас: