Кеше ғүмеренән дә ҡәҙерле, ҡиммәт әйбер юҡ!
Бөгөнгө әңгәмәбеҙ Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының реаниация һәм интенсив терапия бүлегендә оҙайлы йылдар эшләгән, табиб-неонатолог Татьяна Владимир ҡыҙы Ғәниева менән. 1956 йылда Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ, бәләкәй сағынан уҡ табиб булырға хыяллана. Өфө медицина институтын “Ҡыҙыл диплом”ға тамамлап Дим биҫтәһенең тимер юлы больницаһында 1980-1982 йылдарҙа неонатолог булып эш башлай. Беренсе тапҡыр 2006 йылда Санкт-Петербург ҡалаһында “Неонатологияла интенсив терапия һәм реанимация” буйынса уҡып ҡыҫҡаса курс бөтөрә һәм 2007 йылдан башлап РКД бала табыу йортонда эшен дауам итә. Төрлө маҡтаулы исемдәр яулаған Татьяна Владимир ҡыҙы 2018 йылда неонаталогия буйынса Башҡортостан Республикаһының “Иң яҡшы табиб” исеменә лайыҡ була.
"Балалар – беҙҙең Хоҙай тарафынан бирелгән бәхетебеҙ", — тип башланы һүҙен юғары квалификациялы табиб. "Иҫән-имен тыуған баланы ике (2) сәғәт уҙғас та әсәһе янына бирәбеҙ. Ул күкрәк һөтө менән туҡланырға тейеш. Әгәр ҙә инде ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында "кес кенә йомғаҡҡа” ашығыс ярҙам күрһәтергә тура килһә, беҙ уларҙы реанимация бүлмәһенә алабыҙ. Яңы ғына донъяға килгән йәш сабыйҙы тәүлек әйләнәһенә кисектермәҫ терелтеү (реанимация) өҫтөндә, төрлө мөмкинселектәр ҡулланып, килеп тыуған хәлдән юғалтыуһыҙ сығырға тырышабыҙ.
Элекке РКД иҫке бинаһында 1988 йылда ваҡытынан алда тыуған, йәки ауырыу сабыйҙарға тиҙ ярҙам күрһәтеү бүлеге эшләй башлағайны. Бала табыу бүлегендә сифаты түбәнерәк булған, мөмкинселектәре сикләнгән бары тик ике генә палата бар ине. Ә 2001 йылдың март айынан башлап РКДның яңы корпусында анестезия һәм реанимация бүлеге асылды. Бөгөнгө көндә беҙҙең дауахананың бала табыу бүлегенең өсөнсө һәм дүртенсе ҡаттарында заманса йыһазландырылған ҡырҡ (40) койка-урын бар. Донъяға килгән сабыйҙарға яңы төр препараттар ҡулланып беренсе ярҙам күрһәтер өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Бына шундай ярҙам ваҡытында күрһәтелгәс, хатта 500 граммға саҡ еткән сабыйҙарҙың ғүмерен дә һаҡлап ҡала алабыҙ.
Башҡортостанда тыуған, йәшәгән, һәр кеше үҙен бәхетле тип атай ала. Илебеҙҙә тырыштарға бар ишектәрҙә асыҡ, барыһы ла үҙ ҡулында. Бының өсөн һәр һөнәр эйәһе үҙ алдына ҡуйған мәсьәләнән ситкә тайпылмай, еренә еткереп бар һәләтен, оҫталығын үлсәүгә һалмай эшләһә теләгенә ирешә, килеп тыуған кәртәләр ҙә, сиктәр ҙә юйыла.
Яратып эшләгән эшемә бөтә көсөмдө, ваҡытымды, наҙымды бирәм. Башҡаса булдыра алмайым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханаларҙа, шулай булғас, илебеҙҙә лә балалар һаны кәмеүе күҙәтелә. Бының өсөн халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыу кәрәктер. Ә табибтарға, икеләтә-өсләтә, бер туҡтамай үҙ һөнәре өҫтөндә эшләү, яңынан-яңы асыштар асып ҡулланыуға индереү маҡсат булып торһон ине.
Миңә килгәндә, иң алдынғы һәм төп маҡсаттарымдың береһен һау-сәләмәт булып тыуған балаларҙың ғүмерен, һаулығын һаҡлап алып ҡалыуҙа күрәм. Бар донъяға билдәле һүҙҙәр менән әйткәндә: “Сәләмәт тәндә — сәләмәт йән!” Барығыҙға ла шуны теләйем. Яңы йыл менән!"