+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Декабрь 2018, 02:00

Филармонияла байрам

“Ниф-ниф”, “Наф-наф”, “Нуф-Нуф” һәм "Өс батыр"

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында бөгөн бәләкәй балалар өсөн “Шыршы байрамы” уҙҙы. Яңы йыл менән ҡотларға килгән байрам хужаһы - Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, уларҙы уратып алған әкиәт геройҙары “Ниф-ниф”, “Наф-наф”, “Нуф-Нуф” бәләкәстәрҙе төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнатып, йомаҡтар сисеп, тәмлекәс бүләктәр менән һыйланы. Кескәйҙәр ҙә буш ҡул килмәгән икән: улар Ҡыш бабайҙы, һәм килгән ҡунаҡтарҙы үҙҙәренең алып килгән шиғырҙарын һөйләп ҡыуандырҙы. Бейеүгә оҫта “ҡар бөртөктәре” - ҡыҙҙар, йәҙҙәренә төрлө битлектәр ҡаплаған йәнһүрәт персонаждары – малайҙар, байрамды тағы ла күркәмләп, йырлап, уйнап түңәрәктә әйләнде. Ҡыш бабай менән хушлашҡас, барыһы ла залға инеп “Өс батыр” (“Три богатыря”) исемле әкиәт-тамаша ҡаранылар. Байрам аҙағында балалар үҙҙәре күргән тәьҫораттары менән бүлешә-серләшә өйҙәренә таралышты.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА .
Читайте нас: