Өфө ҡалаһының 42- се балалар китапханаһы моделле китапхана итеп яңынан төҙөкләндерелде.
Китапхананы асыу сараһында Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Наил ҡыҙы Сөләймәнова ҡатнашты.
316 -сы балалар баҡсаһынан килгән кескәйҙәр илһамланып шиғыр уҡыны.
Заманса йыһазландырылған был китапханала хәҙер балалар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Улар рәхәтләнеп креслоларҙа аунай-аунай китап уҡый ала. Йәнең теләгән баҫма бар бында! "Аҡбуҙат" журналы ла, кем үҙен алып уҡыр икән, тип кәштәлә көтөп тора!