Әллә нисә райондан – Ишембай, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, тағы әллә ҡайҙарҙан – ағинәйҙәр йыйылды бында. Балан тураһында йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп, бейеүҙәр күрһәтеп, шау-гөр килеп байрам иттеләр. Һәр район үҙенең күстәнәстәре менән килгән. Шундай үҙе әскелтем, үҙе татлы ризыҡтарҙан ауыҙ иткәс, иҙәнде һелкетеп бейеү ни тора ул!
Ағинәйҙәр хәрәкәте – республика ауыл-ҡалаларын тотоп торған ҙур көс ул. Әле бына матбуғатҡа яҙылыу барышын да күҙ уңынан ысҡындырмай күбеһе. Шулай булмай ни, ейәндәренең тәүфиҡлы , бәхетле, рухлы булып үҫеүен теләмәйме ни улар!