+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 19:00

Ҡыш килә...

Ҡыш килә…Иңдәренә һалып мамыҡ шәлен,Ынйыларын теҙеп ҡулына,Сафлыҡ бөркөп,Ҡарһылыуым киләТыуған яҡтарымдың юлынан.

Ҡыш килә…
Иңдәренә һалып мамыҡ шәлен,
Ынйыларын теҙеп ҡулына,
Сафлыҡ бөркөп,Ҡарһылыуым килә
Тыуған яҡтарымдың юлынан.
Күктән яуа бәхет йондоҙҙары
Ҡар ҡыҙының баҫҡан эҙенә.
Көмөш ай ҙа,ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына,
Нурын һибә яҡты йөҙөнә...
Ауылымдың зифа ҡайындары
Ап-аҡ күлдәктәргә төрөндө.
Һарысай көҙ,алтындарын һирпеп,
Ауыр итеп берҙе көрһөндө...
Читайте нас: