+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 22:24

Тәбиғәттең һәр миҙгеле күркәм...

Тәбиғәттең һәр миҙгеле күркәм...Нәзир: Юлай, һиңә ниндәй миҙгел оҡшай?Юлай: Әлләсе... Дүрт миҙгел дә оҡшай. Йәйгеһен емеш-еләктәр бешә, рәхәтләнеп йылғала һыу инергә мөмкин!Нәзир: Эйе шул... Ә көҙ көнө баҡсанан мул уңыш йыябыҙ.

Тәбиғәттең һәр миҙгеле күркәм...
Нәзир: Юлай, һиңә ниндәй миҙгел оҡшай?
Юлай: Әлләсе... Дүрт миҙгел дә оҡшай. Йәйгеһен емеш-еләктәр бешә, рәхәтләнеп йылғала һыу инергә мөмкин!
Нәзир: Эйе шул... Ә көҙ көнө баҡсанан мул уңыш йыябыҙ.
Юлай: Яҙғыһын тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уяна... Сыйырсыҡтар ҙа тыуған яҡҡа ҡайта.
Нәзир: Ҡышҡыһын инде бигерәк күңелле! Тауҙан сана шыуабыҙ.
Юлай: Тағы ла саңғыла, конькиҙа йөрөйбөҙ!
Нәзир: Ҡар бабай яһап, ҡар бәрешеп уйнайбыҙ!
Юлай: Иң күңелле байрам — Яңы йыл да ҡыш көнө була бит! Барыбыҙ ҙа уны һағынып көтөп алабыҙ!
Нәзир: Ҡыш бабай төрлө бүләктәр, күстәнәстәр тарата. Яңы йыл байрамында бер бала ла тәмлекәсһеҙ тороп ҡалмай!
Юлай: Һанап китһәң, йылдың һәр миҙгеле үҙенсә матур: ҡыш та, яҙ ҙа, йәй ҙә, көҙ ҙә!
Текст буйынса эш:
1. Балалар! Ә һеҙ ниндәй миҙгелде яратаһығыҙ? Шул турала һөйләгеҙ!
2. Ҡайһы илдәрҙә ҡыш миҙгеле юҡ икән? Атай-әсәйҙәрегеҙҙән һорашып, белешегеҙ.
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Читайте нас: