Бөгөн 23 декабрҙә Совет районынында урынлашҡан Үҙәк баҙар павильонында кескәй балалар өсөн Шыршы байрамы уҙҙы. Бәләкәстәр байрамдың төп геройы, әкиәт персонажы - "Йәшеляуыз" (Зеленый Гринч) менән танышты. Сценарий буйынса, ул, Ҡыш бабайҙың тоҡ тулы бүләктәрен урлап, үҙенә ҡалдырырға була. Бер кемде лә яратмаған Гринч байрам кисәһен боҙорға уйлаһа ла уның яуызлығы барып сыҡҡмай. Һәр әкиәттәге кеүек яҡшылыҡ һәр саҡ өҫтә ҡала, шулай булғас был әкиәт персонаждары ла ситтә тороп ҡалмай, яуыздың бар этлектәрен дә еңеп сыға. Гринч үҙе лә кеше яратыусан, изгелек эшләй торған йән эйәһе булып сыға. Был мажаралы әкиәтте йә уҡып, йәиһә уны турала йән һүрәт ҡарап, һеҙҙә төп герой менән таныша алаһығыҙ.