+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 02:00

Шыршыҡайҙар

Баҙарҙағы "Шыршы"

Баҙарҙарҙа, урамдағы сауҙа үҙәктәрендә был матур йәшелкәйҙәр менән күптән сауҙа итәләр. Һәр өйҙөң түрендә лә моғайын, төрлө уйынсыҡ-тәтәйҙәр менән биҙәлгән ҡупшы шыршы ултыралыр. Иҫке йылды оҙатып, яңы йылдың сәғәте һуғырға әллә ни күп ҡалмаған. Һәр ҡайһыһы алдан, үҙенсә был матур ғаилә байрамына әҙерләнә. Бына беҙҙә, бөгөн, шыршы артынан баҙарға юлландыҡ. Ниндәй генә ылыҫлы ағас юҡ бында. Күңелеңә ҡайһыһы хуш, һатып ал да алып ҡайт. Шулай итеп, бик оҙаҡ ҡына эҙләнеп йөрөгәндән һуң, күҙем баҙар ҡырындағы кибеткә төштө. Унда яһалма капрон энәле, йылтырҙары ла бар. Бер урамдағы, бер кибеттәге шыршыларға ҡараным. Ейәнемдең: "Өләсәй, әйҙә беҙ яһалма шыршы алып биҙәйек, миңә "тереләре" йәл", - тигән һүҙҙәре менән ризалашып йәшел төҫтәге бер матурҡайҙы һатып алдым. Юл буйына, ейәнемдең: "Шыршыбыҙҙы ҡайҙа ҡуябыҙ? Ниндәй уйынсыҡтар эләбеҙ?" - тигән һорауҙарына яуаплап, ҡайтып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ә кисен, йоҡлар алдынан, улымдың: "Өләсәй, нишләп барыһы ла беҙҙең кеүек ошондай ғына шыршы алмай икән? Ҡарағайҙар, шыршылар бит бик оҙаҡ үҫә!" - тине. Мин был һорауына аптыраһам да сер бирмәй генә: "Бәлки, улар ҙа беҙҙән күреп яһалма шыршы һатып алырҙар", - тип тынысландырҙым үҫкәнемде.
Ә һеҙ, дуҫтар, нисек уйлайһығыҙ был турала?
Читайте нас: