+6 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 22:33

"Дарман" бейей өҙҙөрөп

Өҙҙөрөп баҫа “Дарман”Халыҡ бейеүҙәре – башҡорттарҙа киң таралған сәнғәт төрҙәренең береһе. Борондан килгән бейеүҙәр халыҡтың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдыра. Оҫта бейеүселәребеҙ халҡыбыҙҙың ынйыларын быуындан-быуынға күсереп, бөгөнгө көндәргәсә һаҡлап килә. “Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара”, ти халыҡ мәҡәле.

Өҙҙөрөп баҫа “Дарман”
Халыҡ бейеүҙәре – башҡорттарҙа киң таралған сәнғәт төрҙәренең береһе. Борондан килгән бейеүҙәр халыҡтың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын сағылдыра. Оҫта бейеүселәребеҙ халҡыбыҙҙың ынйыларын быуындан-быуынға күсереп, бөгөнгө көндәргәсә һаҡлап килә.
“Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара”, ти халыҡ мәҡәле. Ысынлап та, Шамонин мәктәбендә эшләп килгән бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар ҙа хәҙер оҫтарып, шыма итеп баҫырға, тамашасы күңелен арбарға өйрәнде. Бөгөнгө көндә иһә танылған “Дарман” өлгөлө бейеү ансамблен Өфө районында ғына түгел, Башҡортостанда ла белмәгән кеше һирәктер, моғайын.
Бынан алты йыл элек мәктәптә бейеү түңәрәге булараҡ үҙ эшен башлаған ансамблде Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар ойоштороп ебәрҙе. Тәүге йылдарҙа балалар һаны әҙерәк булһа, бөгөнгө көндә 7 төркөмдә 100-ҙән ашыу бала йөрөй.
“Дарман”ға балалар 6-7 йәштән ҡабул ителә. Аҙнаһына өс тапҡыр икешәр сәғәт шөғөлләнәләр.
“Дарман”дың репертуарында башҡорт, татар, рус, үзбәк, һинд, молдован, испан, ҡытай, ҡаҙаҡ, кавказ халыҡтарының бейеүҙәре бар. Балалар башҡа халыҡ бейеүҙәрен бик ихласлап өйрәнә, сөнки бейеү менән бергә шул халыҡтың көнкүреше, йәшәйеше, мәҙәниәте тураһында ла ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр беләләр. Һәр бер дәрес үҙенсәлекле итеп, күтәренке кәйефтә үтә.
Алина Рауил ҡыҙы “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамблендә бейегән, әлеге көндә бар тырышлығын Шамонин ауылы балаларына һала. Ул ҡыҙҙарға бейеү дәрестәрен генә биреп ҡалмай, һомғоллоҡ, нәзәкәтлелек, шулай уҡ биҙәнеү, кейенеү серҙәрен дә өйрәтә. Шулай уҡ милли биҙәүестәр, ҡул эштәре менән шөғөлләнеү ҙә “Дарман” ҡыҙҙарының оҫталығын, маһирлығын арттыра.
Ә бына Роберт Ринат улы “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ”, тигән халыҡ мәҡәленә таянып эш итә. Ул – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамблендә оҙаҡ йылдар бейегән. Бейеүсе малайҙары ла, үҙенә оҡшап, егеттәрсә өҙә баҫып бейей ҙә, ҡурайҙа ла уйнай, уҡ-һаҙаҡтан атырға ла өйрәнә, ағастан төрлө әйберҙәр ҙә яһай.
Һәр төркөм дармансылары үҙ-ара татыу, дуҫ. Улар төрлө байрамдарҙы бергә үткәрә, тәбиғәткә ял итергә сыға.
Әлеге көндә “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ансамбле Роберт Ринат улы Хәмиҙуллин етәкләгән “Бейе!” ижад-йәмғиәт берекмәһе нигеҙендә эшләй. Мәктәптә генә түгел, районда ла барлыҡ саралар “Дарман”дың ҡатнашлығында үтә. Өҙә баҫып бейеүсе малай-ҡыҙҙарҙың һәр сығышын көтөп алалар, ҙур алҡыштар менән оҙаталар.
Алты йыл эсендә “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ансамбле республикабыҙҙа үткәрелгән төрлө конкурстарҙа, ярыштарҙа лауреат һәм еңеүселәр булып танылды. Былтырғы йыл иһә дармансылар өсөн айырыуса уңышлы булды. “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында “Дарман” Гран-при яуланы! Ә етәкселәре Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар “2017 йылдың иң яҡшы хореографы – бейеү ҡуйыусылары” тип билдәләнде!
Һәр йылдың аҙағында «Дарман”дар Баш ҡала балалар филармонияһында залды тултырып, өс сәғәтлек ҙур программа менән сығыш яһай, отчет концерты ҡуя. Быйыл да ошондай матур, бай йөкмәткеле концерт баш ҡалабыҙҙы гөрләтеп уҙҙы. Һөҙөмтәлә, абруйлы жюри, махсус комиссия тарафынан юғары баһаланып, “Дарман” лайыҡлы рәүештә Өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле исемен алды.
Август айында ансамбль Ҡырым республикаһының Межводное ауылы янында үткән “Алтын майҙан – Ҡырым” халыҡ-ара фольклор инклюзив фестиваль-конкурсында уңышлы сығыш яһап, 1-се урын яуланы. Башҡорт халыҡ бейеүҙәре “Йыйын” һәм “Гөлнәзирә”не бейеп Ҡырым сәхнәһен, төрлө милләт вәкилдәрен таң ҡалдырҙы дармансыларыбыҙ. Фестивалдә Рәсәйҙең 40 төбәгенән 1300 ҡатнашыусы араһынан 30 концерт номеры ғына Гала-концертҡа үтә. Шулар араһында “Дарман”дың булыуы, Башҡортостаныбыҙҙың данын яҡлап, бәҫен күтәреп, ҙур еңеү менән ҡайтыуы Шамонин халҡы, ауылы өсөн оло ғорурлыҡ ул.
“Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле шулай уҡ “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы менән дә хеҙмәттәшлек итә, улар үткәргән төрлө кисәләрҙә, концерттарҙа ҡатнаша. Шамонин бейеүселәре хаҡында хатта телевизион фильм да төшөрөлдө.
“Сәләм”, “Алтын тирмә”, “Әкиәт китабы”, “Тау-тау хәбәр” тапшырыуҙарының да ҡунағы булды дармансылар.
Һәр ата-әсәгә балаһының сәләмәтлеге иң беренсе урында тора. Бала йүгерергә, һикерергә, спортты яратырға, рәхәтләнеп үҫергә тейеш. Шуға күрә лә быны аңлаған ата-әсәләр балаларын ҙур теләк менән бейеү түңәрәгенә йөрөтә. Сөнки бейеү һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Бейегәндә кешенең ҡан әйләнеше, хәтере яҡшыра. Мускулдарҙың барыһы ла эшләгәс, кәүҙә нығына, тын юлдары асыла. Тән һығылмалы, буй-һын зифа була. Баш мейеһе лә яҡшыраҡ эшләй, баланың фекерләү ҡеүәһе лә үҫешә. Үҙ-үҙенә ышаныс арта, кешеләр менән аралашыуы, дуҫтар табыуы ла еңеләйә.
Һәр бейеүгә килешле костюмдар тектереү, төрлө ярыштарға йөрөү, конкурстарҙа ҡатнашыу – былар барыһы ла сығымдарһыҙ булмай, әлбиттә. Балалары ихлас шөғөлләнгәс, атай-әсәйҙәр ҙә ансамблгә рухи яҡтан да, матди яҡтан да һәр ваҡыт ярҙам итә.
“Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленең етәкселәре – хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙ Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндарға халыҡ бейеүҙәренә, сәнғәткә милли үҙаң, һөйөү тәрбиәләп, балаларыбыҙҙың уңыштарына ҡанат ҡуйғандары, тормоштарын төрлө күңелле һәм фәһемле ваҡиғалар менән яҡтыртҡандары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!
Ҙур еңеүҙәрең, табыштарың алда әле, дарманлы “Дарман”!
Миңлегөл ТАЙСИНА.
Өфө районы, Шамонин ауылы.
Читайте нас: