+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 18:52

Бирешмәйбеҙ һыуыҡҡа!

Миңлегөл Тайсина Бирешмәйбеҙ һыуыҡҡа! Һеңлем менән икәүләшеп Уйнарға сыҡтыҡ тышҡа. Һыуыҡ булһа ла урамда, Бирешмәйбеҙ беҙ ҡышҡа.

Миңлегөл Тайсина
Бирешмәйбеҙ һыуыҡҡа!
Һеңлем менән икәүләшеп
Уйнарға сыҡтыҡ тышҡа.
Һыуыҡ булһа ла урамда,
Бирешмәйбеҙ беҙ ҡышҡа.
Ҡулдарҙа – йомшаҡ бейәләй,
Аяғыбыҙҙа – быйма.
Рәхәтләнеп ҡар өйәбеҙ,
Әсәй, һин беҙҙе тыйма!
Уңғанбикә ҡояш апай
Ҡарҙы иретеп бөтһә,
Ҡыш бабай ҙа яһап булмаҫ,
Көләс йөҙлө яҙ етһә!
Читайте нас: