+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 17:54

Беҙ ҙә журналға яҙылдыҡ!

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Асия һәм Сара Абдуллиналар ҙа гәзит-журналдарға яҙылыу осорон бушҡа үткәрмәне.

Өфө ҡалаһында йәшәүсе Асия һәм Сара Абдуллиналар ҙа гәзит-журналдарға яҙылыу осорон бушҡа үткәрмәне. Әсәһе һеңлеһе менән икеһенә "Аҡбуҙат" журналына яҙылһа, Асия уҡыған 3-cө класс уҡыусылары барыһы ла "Йәншишмә" гәзитен уҡып ҡыуанасаҡ! Әйткәндәй, Асия Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем ала. Тырыш ҡыҙ өйҙә ата-әсәһенә лә ҙур ярҙамсы, туғанын да ихлас ҡараша. Мәктәптә үткән һәр бер сарала ла әүҙем ҡатнаша, төрлө түңәрәктәргә йөрөй. Яңыраҡ әсәһе Фәрзәнә Мәүлимбирҙе ҡыҙы эшләгән 194-се балалар баҡсаһында үткән "Шәжәрә" байрамында "Олатайым миҙалдары" исемле йыр йырлап, килгән ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы. Сара һеңлеһе лә бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫ.
Ҡыҙҙар Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында йәшәүсе олатай-өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтырға ярата. "Улар тәмлекәстәр менән һыйлай, бүләктәр алып ҡуя", - тиҙәр.
Читайте нас: