+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2018, 22:19

Алтын ҡуллы әсәйҙәр

Алтын ҡуллы әсәйҙәрШәүрә: Хәйерле көн, Динә! Хәлдәр нисек?Динә: Сәләм, Шәүрә! Мәктәптә әсәйҙәр көнөнә арналған байрамға әҙерләнәбеҙ...

Алтын ҡуллы әсәйҙәр
Шәүрә: Хәйерле көн, Динә! Хәлдәр нисек?
Динә: Сәләм, Шәүрә! Мәктәптә әсәйҙәр көнөнә арналған байрамға әҙерләнәбеҙ.
Шәүрә: Ә ул байрамды нисек итеп ойоштораһығыҙ?
Динә: Әсәйҙәрҙе мәктәпкә ҡунаҡҡа саҡырабыҙ. Һәр беребеҙ йырлай, бейей, шиғыр һөйләй.
Шәүрә: Ә беҙгә уҡытыусыбыҙ әсәйебеҙҙең һөнәре тураһында инша яҙып килергә ҡушты. Иң яҡшы иншаны конкурсҡа ебәрәбеҙ.
Динә: Ә һинең әсәйең һөнәре буйынса кем һуң?
Шәүрә: Минең әсәйем — табип. Ул балаларҙы дауалай.
Динә: Ә минең әсәйем — ашнаҡсы. Ул тәмле аш-һыуҙар бешерә.
Шәүрә: Әхирәтем Гөлнурҙың әсәһе — балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Иректең әсәһе — тарихсы, милли музейҙа эшләй.
Динә: Ҡайһылай күп төрлө һөнәр эйәләре икән беҙҙең әсәйҙәр!..
Шәүрә: Эйе шул! Өйҙә лә, эштә лә өлгөрҙәр! Алтын ҡуллы, изге йөрәкле бит улар!
Текст буйынса эш:
1. Балалар! Ә һеҙҙең әсәйҙәрегеҙ ниндәй һөнәр эйәләре? Һәр берегеҙ һөйләп ишеттерегеҙ.
2. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға теләр инегеҙ?
3. Әсәйҙәрегеҙгә ниндәй сифаттар хас, һанап сығығыҙ!
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Читайте нас: