+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Декабрь 2018, 02:00

Яңы йыл

"Яңы йыл менән!", "Яңы йыл менән!", "Яңы йыл менән!"

Декабрь айының һуңғы көндәрендә мәктәп-гимназияларҙа, балалар баҡсаларында уйын-көлкөгә ҡоролған "Яңы йыл" байрамдары уҙа. Бына бөгөн дә Зәйнәб Биишева исемендәге140-сы башҡорт гимназияһының башланғыс кластары өсөн күркәм байрам ойошторолған. Ҙур тоҡ тотҡан Ҡыш бабай, Ҡарһылыу бүләктәр тарата. Ниндәй генә "урман йәнлеге" юҡ бында. Барыһы ла килгән: тайыш табан Айыу ҙа, ҡыҫҡа ҡойроҡ Ҡуян да, сәнске йомғаҡ Терпе лә. Шыршы тирәләп бейегән алтын тунлы Төлкө иһә, уң яғына сыбар Тауыҡты, һул яғына батыр Әтәсте ҡултыҡлап алған. Бөгөн бында барыһы ла дуҫ - туған. Хатта йыл хужаһы һарыҡай Ҡабан да һоро Бүре менән иҫке йылды оҙатырға килгән Эткә үҙе менән булған мажаралы әкиәтен һөйләй. Байрамды биҙәп, төрлө уйынсыҡтарға, нур сәсеп торған баҙлауыҡтарға төрөнгән ҡупшы шыршы ла шау-гөр килгән балаларға ҡарап шатлығынан "йылп-йылп" итеп бер яна, бер һүнә. Әйтерһең дә байрамға йыйылған бәләкәй ҡунаҡтарға изге теләктәр теләп, байрам менән ҡотлай:
"Яңы йыл менән!", "Яңы йыл менән!", "Яңы йыл менән!"
Читайте нас: