-10 °С
Болотло
VK
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2018, 12:42
Ҡышҡы урманда
Миңлегөл ТайсинаҠышҡы урманда...Зәңгәр күктән, йымылдашып,Һибелә йондоҙ - ҡарҙар.Һырылған мамыҡ юрғанғаТөрөндө урман, ҡырҙар...
Миңлегөл Тайсина
Ҡышҡы урманда...
Зәңгәр күктән, йымылдашып,
Һибелә йондоҙ - ҡарҙар.
Һырылған мамыҡ юрғанға
Төрөндө урман, ҡырҙар.
Аҡ буяуҙарға мансылған
Аҡ миҙгел килгәс ергә,
Йәнлектәр ҙә, ҡыуанышып,
Уйнайҙар бергә – бергә.
Ҡышҡы һалҡындар ҡурҡытмай
Бәләкәс ҡуяндарҙы.
Әсәйҙәре уларҙы бит
Бәрхәт кеүек, йомшаҡ ҡына
Тундарға урандырҙы.
Читайте нас: