Баш мөхәррир Тамара Искәндәриә журнал тураһында һөйләне, китапсыҡтар эшләп күрһәтте, үҙенең шиғырҙарын да уҡыны. Бүлек мөхәррире Миңлегөл Тайсина ла баҫманың рубрикалары менән таныштырҙы, шиғырҙар һөйләп ишеттерҙе. Ә рәссам Дамир Мөхәмәтйәров нисек итеп комикстар эшләүе, һүрәттәрҙең нисек килеп сығыуы хаҡында һөйләп, балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кескәйҙәр кем уҙарҙан викторина һорауҙарына яуап биреп, бүләктәр алды.
Журналдың Сочи ҡалаһында үткән конкурста еңеүен, "Рәсәйҙең иң яҡшы милли балалар баҫмаһы" булып танылыуын да дәррәү алҡыштарға күмде Балтас уҡыусылары. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, яратҡан баҫмаларынан киләсәктә лә айырылмауҙарын белдереп хушлашты балалар.