-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2018, 14:53

Балалар һаулығын һаҡлау

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларҙы тәрбиәләү буйынса пособие күләмен арттырыу мәсьәләһен ентекләп өйрәнергә ҡушты. Был хаҡта ул бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына тәүге Мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. 

«Республика шулай уҡ балаларҙы реабилитациялауға сертификаттар тапшырыр, шул иҫәптән, шәхси үҙәктәрҙә. Артабанғы аҙым — Өфөлә һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында заманса реабилитация үҙәктәрен булдырыу. Киләһе йылда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе һәм ошондай бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеүгә аҡса күләмен ике тапҡырға (200 миллион һумғаса) арттырырбыҙ. Был 170-тән ашыу ғаиләнең торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Читайте нас: