+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2018, 14:44

Кемдең сәскәләре иң матуры?

Кемдең сәскәләре иң матуры?(әкиәт)

Башҡорт телендә һөйләшәм
Кемдең сәскәләре иң матуры?
(әкиәт)
Бер заман йыл миҙгелдәре: ”Кемдең сәскәләре иң матуры?” — тиеп бәхәсләшеп киткән.
Яҙ үҙенең ялтыр үксәһе менән берҙе туҡылдатҡан икән, ҡар ирегән, йырғанаҡтар аҡҡан. Ер өҫтөн умырзая, үгәй-инә үләне, бәпембә, нәркәс сәскәләре ҡаплап алған.
— Күрҙегеҙме, яҙ сәскәләре ниндәй матур! — тиеп маһайған ул.
— Матур, әлбиттә. Тик минең яландағы сәскәләремә етмәй шул! — тип ҡаршы төшкән Йәй. Аллы-гөллө яулығын һелкеп ебәргән икән, ҡыңғырау, аҡ сәскәләр, ҡәнәферҙәр, миләүшәләр үҫеп сыҡҡан. Ә бал ҡорттары туҡранбаш, мәтрүшкәнән, зәңгәр сәскәнән һут йыя икән.
Һалҡын көҙ, көнләшеп, әсе елдәрен өрҙөргән. Йәйҙең сәскәләре һулыған да ҡуйған, ти.
— Минең сәскәләрем һеҙҙекенән бер ҙә кәм түгел. Ана, ҡайһылай балҡып ултыралар! — тигән баҡсалағы лилиә, астра, георгин, хризантемаларға күрһәтеп.
Ҡыш урман-ҡырҙарҙы, баҫыуҙарҙы мамыҡтай ап-аҡ ҡар менән тултырған. Үҙе иһә, һәр бер өйҙөң тәҙрә төптәрендә хуш еҫ бөркөп ултырған ҡына гөлө, яран гөлө, орхидея сәскәләренә һоҡлана, ти.
— Минең сәскәләрем һыуыҡҡа ла бирешмәй, бар донъяға нур сәсә! — тип маҡтанған Ҡыш.
Дүрт миҙгел әле һаман да бер-береһен уҙыша алмай, бәхәсләшә икән...
Дуҫтар, әйтегеҙ әле, ниндәй миҙгелдең сәскәләре матур?!
Һеҙ тағы ла ниндәй сәскә исемдәре беләһегеҙ? Әңгәмә ҡороғоҙ!
Һүҙлек:
умырзая — подснежник
үгәй-инә үләне — мать-и-мачеха
миләүшә — фиалка
туҡранбаш — клевер
мәтрүшкә — душица
яран гөл — герань
Рубриканы Миңлегөл ТАЙСИНА алып бара.
Читайте нас: