+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 14:05

Юл ҡағиҙәләрен өйрәнеү

Өфө районы Алексеевка мәктәбендә 1-се класс уҡыусыларына юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса күркәм сара булып үтте.

Өфө районы Алексеевка мәктәбендә 1-се класс уҡыусыларына юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү буйынса күркәм сара булып үтте. Балалар ҡул эштәре күргәҙмәһен дә ойошторҙо. Юл аша нисек дөрөҫ итеп сығырға, светафорҙың төҫтәре нимәне аңлата, тигән һорауҙарға яуап таптылар. Журналға яҙылыу аҙналығында әүҙем ҡатнашып, беренселәр "Аҡбуҙат"лы ла булды. Афарин, балалар!
Читайте нас: