+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 02:00

ҡыҙылтүштәр

..."ҡызыл мәрйендәр"...

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
ҠЫҘЫЛТҮШТӘР
Баҡсалағы ағастарға
Теҙелгән ҡыҙылтүштәр.
Муйындағы мәрйендәре,
Гүйә, ҡыҙыл тәлгәштәр.
Ултыралар сутылдашып,
Миләштәргә күмелеп,
Алһыу-ҡыҙыл емештәргә,
Үҫкән һымаҡ үрелеп.
ТУРҒАЙҘАР
Тағараҡта турғайҙар
Ем сүпләйҙәр “туҡ-туҡ-туҡ”.
Рәхмәт һеҙгә, балалар,
Беҙҙең тамаҡ туҡ-туҡ-туҡ.
Читайте нас: