+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 02:00

Рәшит Назаров рухы йыйҙы

Беҙҙе бында Шағир рухы йыйҙы. Балалар, уҡытыусылар, төрлө милләт кешеләре, моңланып, илһамланып Шағирҙың Йыһан менән һөйләшеүенә тиң шиғырҙарын яттан һөйләне. Уйландырҙы, тетрәндерҙе.
"Рәшит Назаров уҡыуҙары" тип аталған конференцияла, Рәшит Назаров шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса төбәк конкурсында ҡатнашыу өсөн Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһына Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Дәүләкән, Ғафури райондары, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгәйне улар.
2019 йылда әҙиптең тыуыуына 75 йыл туласаҡ икән. Ошо айҡанлы уның исемен мәңгеләштереү буйынса нимәләр эшләргә кәрәк, тигән һорау ҙа ҡуйылды. Әлбиттә, берҙән, был конкурсҡа республика статусын юллау дөрөҫ буласаҡ. Шулай уҡ гимназияға Рәшит Назаров исемен биреүҙе, райондың шағир исемендәге әҙәби премияһын булдырыуҙы хәстәрләргә ине, тигән теләктәр әйтелде.
Уҡытыусылар араһында шағирҙың әҫәрҙәрен тасуири һөйләү буйынса ярышта еңеп сыҡҡан Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол мәктәбе уҡытыусыһы Рәйхана Хәмитова үҙенең уҡыусыһы менән "Әсә һүҙҙәре" циклын уҡып ишеттергәндә, йылдар аша әҙип үҙе киләсәк быуынға өндәшкән һымаҡ булды. Айгөл Ҡыуатова, Эльмира Ҡолбахтина, Розалия Йәлилова, Венера Ғафарова, Фидалия Зарипова, Айгөл Һатлыҡовалар шағир һүҙен уҡыусыларға еткерә белеүҙәге ҙур оҫталыҡтарын күрһәтте.
14-12-2018
Читайте нас: