+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 02:00

ГИМНАЗИЯ

“Беҙҙән һеҙгә - 100 дана”

Бөгөн 14 декабрҙә Өфөләге Калинин районының Шакша биҫтәһендә урынлашҡан 122-се башҡорт гимназияһында “Беҙҙән һеҙгә - 100 дана” исеме аҫтында иҫтәлекле осрашыу булып үтте. Йылдың-йылы беренселәрҙән булып “Аҡбуҙат”ты яҙҙырып алдырыуҙа иң өлгөр башланғыс класс гимназистарына һәм дә класс етәкселәренә бүләктәр тапшырылды.
Гимназияла белем алған уҡыусыларҙың үҙ туған телен - атай-әсәй телен белһендәр, уҡыһандар тип, артабан да телде һаҡлап алып ҡалыуҙа, үҫтереүҙә ҙур көс һалып эшләгән, башҡорт матбуғатына битараф булмаған мәктәп директоры Гүзәл Мөғәлим ҡыҙы Гиниятоваға, шулай уҡ матбуғатҡа яҙылыу өҫтөндә ҙур эш башҡарған, алыштырғыһыҙ китапханасы Флүрә Ғабдулла ҡыҙына ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Киләсәктә лә “Аҡбуҙат” дуҫтары әҙерләгән төрлө сараларҙа ҡатнашып үҙенең бүләктәре, яңы осрашыуҙары менән шатландырыр.
Читайте нас: