+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2018, 02:00

Бүләккә - бүләк

"Бүләккә - бүләк"

"Ҡунаҡ ашы - ҡара ҡаршы" тигән халыҡ мәҡәле. Бына "Аҡбуҙат"ты ла бөгөн тап шулай ҡаршы алдылар. Беҙ үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙ Шакша биҫтәһендәге 122-се башҡорт гимназияһында уҡып йөрөгән - 3-сө класс уҡыусылары янына килеп инһәәкккк, ни күҙҙәребеҙ менән күрәйек.... "Аҡбуҙат"ҡа матур итеп өй эшләп ҡуйгандар, эйе, эйе үҙ ҡулдары менән!
Эййй, матур инде! Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ күрегеҙ, бына фото-һүрәттәре! Алыш-биреш уйнаныҡ та, матур һүҙҙәр һөйләнек тә тиҙерәк ҡайтып бүләгебеҙ менән һеҙҙең менән уртаҡлашырға булдыҡ... Бына шундай дуҫтар һеҙгә лә яҙһын. Үәт!
Читайте нас: