Бөгөн Әбделмәмбәт мәктәбенең 1-се, 2-се класс уҡыусылары "Аҡбуҙат" журналы редакцияһы менән скайп аша бәйләнешкә инде. Журналдың баш мөхәррире Тамара Юлдашева менән рәссам Дамир Мөхәмәтйәров телефондан скайп аша балаларға бөтә редакцияны күрһәтеп сыҡты. Рәссам Майя Ҡәйүмованың нисек һүрәттәрҙе мөхәррирләүен каранылар, Дамир ағайҙарының нисек итеп комикстарҙы эшләүен күрҙеләр бәләкәстәр.
Бәләкәстәр, тип ни инде, улар ҙур үҫкән, "Аҡбуҙат" журналына яҙылғандар, тырышып уҡыйҙар!
Киләсәктә "Әкиәтем әкәйле" рубрикаһына әкиәттәр яҙып ебәрергә һүҙ бирҙеләр.
Айырыуса уларҙы редакцияла "тыпырсынып", урынында тыныс ҡына тора алмаған бер ат – велосипед һоҡландырҙы!
Кем отор икән ул "ат"ты? Яҙылыу квитанциялары 20 декабргә тиклем уйнатыла!