+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2018, 17:16

Ҡар бабай

Миңлегөл ТАЙСИНА Ҡар бабайМин өйҙә генә ултырам...Тышта яуа епшек ҡар.Урамда апайҙарымдыңИкәүләшеп, гөр килешкәнҠыҙыҡлы шөғөлө бар...

Миңлегөл ТАЙСИНА
Ҡар бабай
Мин өйҙә генә ултырам...
Тышта яуа епшек ҡар.
Урамда апайҙарымдың
Икәүләшеп, гөр килешкән
Ҡыҙыҡлы шөғөлө бар.
Кем уҙарҙан,ҡар туптарын
Тәгәрәткән булалар.
Рәхәтләнеп көрт кисергә,
Ҡарҙы әүәләп уйнарға
Ярата шул балалар.
Ҡар бабай яһап, апайҙар,
Өй алдына ҡуйҙылар.
Кишер-танауҙы төрттөләр,
Буяу менән ауыҙ, күҙен,
Ҡаштарын да уйҙылар.
Зәңгәр бәләкәс биҙрәмде
Кәпәс иттеләр уға.
Сыбыҡтан ҡулдар яһағас,
Апайҙарым, сәпәкәйләп,
Һикерештеләр шуға.
Ауыҙ йырып ҡарап тора...
Ҡар бабай алсаҡ икән!
Әсәй менән тышҡа сыҡҡас,
Уйнарға дуҫ булды, тиеп,
Миңә ҡыуана микән?!
Читайте нас: