+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2018, 16:57

"Аҡбуҙат" журналының 12-се һанына күҙәтеү.

“Аҡбуҙат” журналының 12-се һанына күҙәтеү.Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙе ай һайын донъя күргән “Аҡбуҙат” балалар журналының яңы һаны — декабрь номеры менән таныштырабыҙ.Ҡышҡы сафлыҡ, аҡ ҡар бөртөктәренең матурлығы кеүек, яңы һаныбыҙ ҙа бик сағыу, ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле. Был юлы журналыбыҙҙың тышлығын рәссам Дамир Мөхәмәтйәновтың һүрәте биҙәй.Декабрь айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевҡа 80 йәш тула. Ошо мәртәбәле байрам уңайынан журналыбыҙҙың барлыҡ уҡыусылары, кескәйҙәре исеменән Шағир олатайҙы тыуған көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, имен тормош, ҡыуаныслы көндәр генә теләйбеҙ! “Аҡбуҙат”тың биттәрен күренекле шағирҙың “Йыл миҙгелдәре” шәлкеме асып ебәрә. Бөйөк әҙиптең йылылыҡ, изгелек менән һуғарылған шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килер, тиеп уйлайбыҙ.“Бәпембә” рубрикаһын төрлө райондарҙан малайҙар һәм ҡыҙҙар ебәргән шиғри күстәнәстәр, сағыу һүрәттәр биҙәй. Тиҫтерҙәрегеҙ ижады менән яҡындан танышырға теләһәгеҙ, баҫмабыҙҙың һәр һанын уҡып барығыҙ, ҡәҙерле балалар!“Аҡбуҙат”тың был һанында шулай уҡ йәш яҙыусы Айнар Байбулатовтың кескәйҙәр көтөп алған, яратып уҡыған ҡыҙыҡлы комиксының дауамы ла баҫылды. Декабрь журналында шулай уҡ инглиз теленән тәржемә ителгән “Бәләкәй шыршыҡай” әкиәте баҫылып сыҡты. Шыршыҡайҙың ни өсөн Яңы йыл байрамынан ҡурҡып илауын әкиәтте уҡып сыҡҡас белерһегеҙ! Әкиәтте иғтибар менән уҡып, бәләкәс туғандарығыҙға ла һөйләп ишеттерегеҙ, йәме!Һәр һанда Миңлегөл Тайсинаның дәрес формаһында алып барған “Башҡорт телендә һөйләшәм” рубрикаһы балаларға башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтә, тел байлығын аса. Яңы һанда автор “Ауыл мейесе” хикәйәһен тәҡдим итә. Ниндәй һүҙҙәр ҡулланылышта йыш осрамай икән? Рубриканы иғтибар менән ҡарап, уҡып барығыҙ, дуҫтар! Ҡыш темаһын артабан Зөбәйҙә Исламова һәм Миңлегөл Тайсина шиғырҙары дауам итә. Балаларға Яңы йыл, Ҡар бабай тураһындағы шиғырҙар оҡшар, тигән өмөттәбеҙ...Декабрь айы баҫмаһында ла рәссам Дамир Мөхәмәтйәновтың кескәй Урал тураһындағы комикстар серияһы дауам итә. Кескәй малай хәҙер кемде ҡотҡарыр икән? Аҡбуҙаты менән ниндәй изгелек йә иһә батырлыҡ күрһәтер? Тиҙерәк журнал биттәрен асығыҙ, ҡыҙыҡлы комиксты бергәләп уҡығыҙ! Малай-ҡыҙҙарға, моғайын да, Урал менән сәйәхәт итеү оҡшайҙыр, үҙе бер ҡыуаныстыр, тиеп уйлайбыҙ!Бәләкәй китапсыҡ урынына был һанда ҡырҡып эшләй торған Яңы йыл уйынсығы буласаҡ.Мостай Кәрим исемендәге шиғырҙар конкурсы дауам итә! Малайҙар һәм ҡыҙҙар редакцияға ҡыш айына, тәбиғәт матурлығына, тыуған яҡҡа арнап бик матур, эстәлекле шиғырҙар ебәргән. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тарафынан килгән шиғри күстәнәстән ауыҙ итәйек, тәмләп-тәмләп уҡыйыҡ әле, дуҫтар! Һеҙ ҙә һуңға ҡалмағыҙ, кескәй дуҫтар, тиҙерәк редакцияға шиғырҙар ебәрегеҙ, конкурста ҡатнашығыҙ! “Яңы йыл теләге” исемле йырҙы ла балалар бик оҡшатыр, күмәкләп йырларға өйрәнерҙәр, тиеп уйлайбыҙ.Талантлы рәссамдарыбыҙ – журналдың биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмова, шулай уҡ Азамат Ғарипов, Ирина Әхмәҙуллина, Юлия Устюгова һәм башҡа рәссамдар төрлө буяуҙар ҡулланып төшөргән һүрәттәр декабрь айы баҫмаһын тағы ла күркәмерәк, тағы ла уҡымлыраҡ итә. Шулай итеп, һәр төрлө башватҡыстар, йомаҡтар, кроссворд та сисә алырһығыҙ, рәхәтләнеп ғаилә менән кис ултырып төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр ҙә уҡып кинәнерһегеҙ. Ошоноң менән, журналға күҙәтеүебеҙ тамам. Яңы 2019 йылда ла «Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫы булып ҡалырһығыҙ, тиеп ышанабыҙ. Республикабыҙҙа баҫылып сыҡҡан берҙән-бер кескәйҙәр өсөн журналды уҡығыҙ, алдырығыҙ, таратығыҙ! Бергә булайыҡ, дуҫтар! Яңы йылда осрашырбыҙ, тигән өмөттә һеҙҙең менән хушлашабыҙ!

“Аҡбуҙат” журналының 12-се һанына күҙәтеү.
Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтарыбыҙ! Һеҙҙе ай һайын донъя күргән “Аҡбуҙат” балалар журналының яңы һаны — декабрь номеры менән таныштырабыҙ.
Ҡышҡы сафлыҡ, аҡ ҡар бөртөктәренең матурлығы кеүек, яңы һаныбыҙ ҙа бик сағыу, ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле. Был юлы журналыбыҙҙың тышлығын рәссам Дамир Мөхәмәтйәновтың һүрәте биҙәй.
Декабрь айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевҡа 80 йәш тула. Ошо мәртәбәле байрам уңайынан журналыбыҙҙың барлыҡ уҡыусылары, кескәйҙәре исеменән Шағир олатайҙы тыуған көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, имен тормош, ҡыуаныслы көндәр генә теләйбеҙ! “Аҡбуҙат”тың биттәрен күренекле шағирҙың “Йыл миҙгелдәре” шәлкеме асып ебәрә. Бөйөк әҙиптең йылылыҡ, изгелек менән һуғарылған шиғырҙары һәр кемдең күңеленә хуш килер, тиеп уйлайбыҙ.
“Бәпембә” рубрикаһын төрлө райондарҙан малайҙар һәм ҡыҙҙар ебәргән шиғри күстәнәстәр, сағыу һүрәттәр биҙәй. Тиҫтерҙәрегеҙ ижады менән яҡындан танышырға теләһәгеҙ, баҫмабыҙҙың һәр һанын уҡып барығыҙ, ҡәҙерле балалар!
“Аҡбуҙат”тың был һанында шулай уҡ йәш яҙыусы Айнар Байбулатовтың кескәйҙәр көтөп алған, яратып уҡыған ҡыҙыҡлы комиксының дауамы ла баҫылды.
Декабрь журналында шулай уҡ инглиз теленән тәржемә ителгән “Бәләкәй шыршыҡай” әкиәте баҫылып сыҡты. Шыршыҡайҙың ни өсөн Яңы йыл байрамынан ҡурҡып илауын әкиәтте уҡып сыҡҡас белерһегеҙ! Әкиәтте иғтибар менән уҡып, бәләкәс туғандарығыҙға ла һөйләп ишеттерегеҙ, йәме!
Һәр һанда Миңлегөл Тайсинаның дәрес формаһында алып барған “Башҡорт телендә һөйләшәм” рубрикаһы балаларға башҡорт теленең нескәлектәрен өйрәтә, тел байлығын аса. Яңы һанда автор “Ауыл мейесе” хикәйәһен тәҡдим итә. Ниндәй һүҙҙәр ҡулланылышта йыш осрамай икән? Рубриканы иғтибар менән ҡарап, уҡып барығыҙ, дуҫтар!
Ҡыш темаһын артабан Зөбәйҙә Исламова һәм Миңлегөл Тайсина шиғырҙары дауам итә. Балаларға Яңы йыл, Ҡар бабай тураһындағы шиғырҙар оҡшар, тигән өмөттәбеҙ...
Декабрь айы баҫмаһында ла рәссам Дамир Мөхәмәтйәновтың кескәй Урал тураһындағы комикстар серияһы дауам итә. Кескәй малай хәҙер кемде ҡотҡарыр икән? Аҡбуҙаты менән ниндәй изгелек йә иһә батырлыҡ күрһәтер? Тиҙерәк журнал биттәрен асығыҙ, ҡыҙыҡлы комиксты бергәләп уҡығыҙ! Малай-ҡыҙҙарға, моғайын да, Урал менән сәйәхәт итеү оҡшайҙыр, үҙе бер ҡыуаныстыр, тиеп уйлайбыҙ!
Бәләкәй китапсыҡ урынына был һанда ҡырҡып эшләй торған Яңы йыл уйынсығы буласаҡ.
Мостай Кәрим исемендәге шиғырҙар конкурсы дауам итә! Малайҙар һәм ҡыҙҙар редакцияға ҡыш айына, тәбиғәт матурлығына, тыуған яҡҡа арнап бик матур, эстәлекле шиғырҙар ебәргән. Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тарафынан килгән шиғри күстәнәстән ауыҙ итәйек, тәмләп-тәмләп уҡыйыҡ әле, дуҫтар! Һеҙ ҙә һуңға ҡалмағыҙ, кескәй дуҫтар, тиҙерәк редакцияға шиғырҙар ебәрегеҙ, конкурста ҡатнашығыҙ!
“Яңы йыл теләге” исемле йырҙы ла балалар бик оҡшатыр, күмәкләп йырларға өйрәнерҙәр, тиеп уйлайбыҙ.
Талантлы рәссамдарыбыҙ – журналдың биҙәлеш мөхәррире Майя Ҡәйүмова, шулай уҡ Азамат Ғарипов, Ирина Әхмәҙуллина, Юлия Устюгова һәм башҡа рәссамдар төрлө буяуҙар ҡулланып төшөргән һүрәттәр декабрь айы баҫмаһын тағы ла күркәмерәк, тағы ла уҡымлыраҡ итә.
Шулай итеп, һәр төрлө башватҡыстар, йомаҡтар, кроссворд та сисә алырһығыҙ, рәхәтләнеп ғаилә менән кис ултырып төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр ҙә уҡып кинәнерһегеҙ.
Ошоноң менән, журналға күҙәтеүебеҙ тамам. Яңы 2019 йылда ла «Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫы булып ҡалырһығыҙ, тиеп ышанабыҙ. Республикабыҙҙа баҫылып сыҡҡан берҙән-бер кескәйҙәр өсөн журналды уҡығыҙ, алдырығыҙ, таратығыҙ! Бергә булайыҡ, дуҫтар! Яңы йылда осрашырбыҙ, тигән өмөттә һеҙҙең менән хушлашабыҙ!
Читайте нас: