+13 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2018, 02:00

ЙОМАҠТАР

ЙОМАҠ СИСӘМ, ЙОМАҠ СИСӘМ......артабан дауам итегеҙ...

ЙОМАҠТАР
Кеше түгел, һаҡаллы.
(Кәзә)
Үкерә лә ҡотора,
Бөтә ерҙе тултыра.
(Буран)
Бер ере лә ауыртмай —
Сырҡылдай ҙа, мырҡылдай.
(Сусҡа)
Бәләкәй генә ҡоҙаса,
Итәктәрен ел аса.
(Тауыҡ)
Башы юҡ, эшләпәле, аяғы бар, итекһеҙ (Бәшмәк)
Таяҡ өҫтөндә табаҡ, эсендә мең егет. (Көнбағыш)
Әбей түгел,бабай түгел,
Үҙе ҡат-ҡат тун кейә,
Һыуҙар һибеп үҫтерәбеҙ -
Ул дымлы ерҙе һөйә.
Йәшкелтем һәм аҡ төҫтә,
Шытырлап тора тештә,
Ә исеме-… (кәбеҫтә)
Биш бүлмәгә бер ишек. (Бирсәткә)
Йәйен йәшәрә, ҡышын ҡартая. (ағас)
Ялан ерҙә энәле йомғаҡ. (терпе).
Ҡышын да йәшел, Йәйен дә йәшел. (Шыршы)
Ике туған: Береһе-аҡ,
Икенсеһе-ҡара.
(Көн менән төн)
Читайте нас: