-12 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2018, 19:24

"Аҡбуҙат"ты яратып уҡыйбыҙ!

Өфө районы Шамонин ауылындағы "Ысыҡҡай" балалар баҡсаһының "Аҡбуҙат" төркөмөндә кескәйҙәр "Аҡбуҙат" журналын бик яратып уҡыйҙар. Улар баҫманың һәр һанын көтөп алалар. Шиғырҙарын ятлайҙар, әкиәттәрен уҡыйҙар. Ҡырҡып, төрлө уйынсыҡтар, китапсыҡтар эшләйҙәр. Тәрбиәселәре менән уйындар уйнап, йырҙар йырлайҙар. Журналдың сағыу һүрәттәрен ҡарайҙар. Балалар үҙҙәре лә һүрәт төшөрөргә әүәҫтәр.

Читайте нас: