+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Декабрь 2018, 02:00

Шиғырҙар

Бишмәт, бүрек, бейәләйҙәр,Аяҡта — төплө быйма.“Ут” малайҙар сәкән һуға,Йылғала туңған быуа.

Зөбәйҙә ИСЛАМОВА
ҠАР ЙОМҒАҠТАР
Епшек ҡарҙан кемуҙарҙан
Йүгерә аҡ йомғаҡтар.
Әүәләнгән, йомарланған
Нимә улар? Йомаҡтыр?
Тәгәрләтеп малай, ҡыҙҙар
Йомшаҡ ҡарҙан шар йыя,
Ҙур-ҙур булған ҡар-йомғаҡты,
Ҡатлап ултыртып ҡуя.
Танау — кишер, күҙҙәр — күмер,
Килешә бит, һай, ҡалай!
Сыбыҡ ҡулдар, башта — биҙрә,
Баҫып тора ҡарбабай!
СӘКӘН ҺУҒА МАЛАЙҘАР
Бишмәт, бүрек, бейәләйҙәр,
Аяҡта — төплө быйма.
“Ут” малайҙар сәкән һуға,
Йылғала туңған быуа.
Бер-береһен этеп-төртөп
Уйнайҙар янып-бешеп.
Ҡыҙарышҡан бит-танауҙар
Тормайҙар һис тә өшөп.
Инде ҡояш күптән батҡан,
Уйын ҡыҙғандан-ҡыҙа.
Нишләп икән ҡышҡы көндөң
Сәғәте шулай ҡыҫҡа?
Ә малайҙар һис бошонмай,
Ай яҡтыһына риза.
Бик көттөргән тәүге шайба
Ҡапҡа төбөнә уҙа.
Шатлыҡтары “эскә һыймай”,
Бүректәр оса күккә.
Еңелгәндәр бирешмәйҙәр,
Отолмағандар — күпкә!
Таң аттырып көн еткәнен,
Эй, көтәләр малайҙар.
Төштәрендә лә сәкәндән
Айырыла алмайҙар?
Читайте нас: