+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2018, 02:00

194-се балалар баҡсаһы

Бөгөн 5-се декабрҙә Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан 194-се балалар баҡсаһында шаулап-гөрләп "Шәжәрәләр һаҡлай тарих" тигән исем аҫтында "Шәжәрә байрамы" үтте.

Бөгөн 5-се декабрҙә Өфө ҡалаһының Совет районында урынлашҡан 194-се балалар баҡсаһында шаулап-гөрләп "Шәжәрәләр һаҡлай тарих" тигән исем аҫтында "Шәжәрә байрамы" үтте. Кисәне асып Нәзировтар нәҫел ағасының үҫеше менән ошо балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Фәрзәнә Мәүлимбирҙе ҡыҙы Абдуллина таныштырҙы. Артабан һүҙҙе дауам итеп атаһы Мәүлимбирҙе Нәзиров олатай тарихтарына байҡау яһаны. Улар йыраҡ араны яҡын итеп Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан тормош иптәше Миңзәлә Миңлеғәли ҡыҙы менән килгән. Ошо Нәзировтар нәҫеленән "Арғымаҡ" этно-рок төркөмөнең думбырасыһы Айрат Нәзиров та үҙҙәренең сығышы менән байрамға икеләтә йәм өҫтәне. Шулай уҡ Фәрзәнә Мәүлимбирҙе ҡыҙы ла "Беҙ атайҙың биш балаһы" тигән йырҙы йырлап ишеттерҙе. Ә инде Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының 3-сө класында уҡып йөрөгән ҡыҙҙары Асия "Олатайым миҙалдары" тип аталған йыр йырлап, килгән ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырҙы. "Аҡбуҙат" журналының бүлек мөхәррире, Фәрзәнә Абдуллинаның апаһы Миңлегөл Мәүлимбирҙе ҡыҙы Тайсина ла үҙе ижад иткән "Шәжәрә" һәм "Баласаҡ күҙҙәре" тип аталған шиғырҙарын уҡыны.
Икенсе булып сығышты XIX быуат баштарында, ҡасандыр үҙ илендә яҡлау тапмай Башҡортостанға килеп урынлашҡан поляктар ғаиләһе Хомченколар яһаны. Уларҙың тыуған ере Польша иле. Ата-бабалар һөйләгән тарихтары ҡасандыр күңелдәренә яра һалһа ла, бөгөнгө көндә, үҙҙәренең икенсе тыуған илендә бик тә ҡәнәғәт, күркәм тормошта йәшәйбеҙ тип, йөпләп ҡуйҙы улар сығыштарын.
Ә инде өсөнсө булып Зариповтар ғаиләһе һүҙ алды. Ильшат Булат улы Зарипов "Башҡортостан журналдары" нәшриәте — БР "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто ДУП филиалы директор урынбаҫары булып эшләй. Нәҫел ағасын барлап бөткәс уларҙың өс йәшлек улдары Йософ һәм 3-сө класта уҡып йөрөгән ҡыҙҙары Алина ла шиғри күстәнәс бүләк итте.
Байрам бик күңелле уҙҙы. Кисә аҙағында һүҙҙе килгән ҡунаҡтар:166-сы башҡорт балалар баҡсаһы мөдирө, Ҡоролтай депутаты — Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғолова һәм район мәғариф бүлеге етәксеһе — Айгөл Фәррәх ҡыҙы Шәрәфетдинова алды. Улар киләсәк быуындың рухи үҫешенә "Шәжәрә байрам"ының әһәмиәте, йоғонтоһо тураһында һөйләне. Ә инде194-се балалар баҡсаһы мөдирө Эльвира Рәил ҡыҙы Әйҙәғолова ҡунаҡтарға һәм сығыш яһаусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтеп Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләктәр тапшырҙы.
Читайте нас: