+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2018, 02:00

Тиҙҙән яңы йыл

Тиҙҙән Яңы йыл

Яңы йыл байрамы ла етеп килә. Барлыҡ кеше был байрамға әҙерләнә лә башланы. Өфө ҡалаһы урамдары төрлө ялтырауыҡлы баҙлауыҡтар менән биҙәлә, майҙан-майҙансыҡтарға биҙәлгән ҡупшы шыршы ҡуйыла.
Өфө ҡалаһындағы 47- се моделле балалар китапханаһында ла байрамға әҙерлек бик ҡыҙыу бара. Ярҙамға кескәй дуҫтарын – китап уҡыусыларын саҡырған. Иң тәүҙә балалар менән Яңы йыл байрамы тураһында әңәмәләшеү барҙы. Улар Ҡыш бабайҙан ниндәй бүләктәр көткәне тураһында һөйләне, ә ҡайһы берҙәре теләктәрен сер итеп ҡалдырҙы. Яңы йыл, Ҡыш бабай,ҡар бөртөктәре тураһында йырҙар өйрәнеп, йырлап та алдылар. Китапханаға шыршы ултыртып, балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән уйынсыҡтарын элде.
Китапханасылар уларға рәхмәттәр әйтеп, Яңы йыл байрамына саҡырыу ҡағыҙҙары биреп оҙатып ҡалды.
Читайте нас: