+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2018, 02:00

Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы.

Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле “Аҡбуҙат” журналы хеҙмәткәрҙәре.
Беҙ, Баймаҡ ҡалаһы 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 3 класс уҡыусылары үҙебеҙ ижад иткән шиғырҙарыбыҙҙы журнал биттәрендә күреп шул тиклем шатландыҡ... Беҙҙең бәләкәй генә ижадыбыҙға ҙур баһа биргәнегеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Һеҙҙең баһағыҙ беҙгә тағы ла илһамланып ижад итергә ҡанат ҡуйҙы. Был юлы “Хәҙерге заман кейемендә башҡорт халыҡ элементтары” исемле коллекциябыҙҙы “Аҡбуҙат” журналын уҡыусы тиҫтерҙәребеҙгә тәҡдим итергә булдыҡ.
Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорт халҡының күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Хәҙерге ваҡытта милли кейемгә, биҙәүестәргә һәм халыҡ йолаларына ихтибар бермә- бер артты.
Беҙ,өсөнсө класс уҡыусылары, халҡыбыҙҙың милли биҙәү-орнаменттарын: үҫемлек, мөгөҙ- ҡусҡарҙы заман галстуктарына һалдыҡ. Малайҙар был гастуктарҙы ғорурлыҡ менән йөрөтә.
Ҡыҙҙарыбыҙға иһә, заманса стилләштерелгән селтәр-хәситә тәҡдим итәбеҙ. Был биҙәүестәрҙә Урал Аръяғына хас булған селтәр үрелеүе, ҡортбаш, тояҡ һәм тояҡ тәңкәләрен күрергә була. Биҙәүестәр көндәлек тормошҡа ярашлы тегелгән. Йәш-елкенсәк ҡыҙҙар өсөн артыҡ ауыр түгел. Коралл урынына ябай бисер ҡулландыҡ.
Коллекцияның авторы: Сәит МӨХӘМӘТЙӘРОВ.
Етәксеһе: Әлмирә Сибәғәтулла ҡыҙы ХИСМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: