-7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Ноябрь 2018, 15:32

Күҙәтеү 11-2018

Хөрмәтле, төркөмдәштәр! Тик һеҙҙең өсөн генә бәләкәстәр яратҡан, иң-иң кескәйҙәр өсөн берҙән-бер журнал — "Аҡбуҙат" ыбыҙҙың 11-се һанына Күҙәтеү тәҡдим итәбеҙ.
Дуҫтар, журнал биттәрен барлап сығыр алдынан, "Аҡбуҙат" ты "Рәсәйҙең биш иң яҡшы милли баҫмаһы" тип аталған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүҙәре менән ҡотлайыҡ! "Рәсәйҙә балалар өсөн иң яҡшы милли баҫма",- тип танылды ул! Сочи ҡалаһында уҙған был конкурста 19 төбәктән 69 баҫма ҡатнашып ай һайын сығып торған "Аҡбуҙат"ыбыҙ балалар матбуғаты булараҡ беренсе урын яуланы. “Аҡбуҙат” журналы эшмәкәрҙәрен һәм шулай уҡ бөтә Башҡортостаныбыҙҙы, һеҙҙе, хөрмәтле радиотыңлаусылар, журналды яҙҙырған, уҡыған һәр берегеҙҙе был ЕҢЕҮ менән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә яңынан-яңы үрҙәр, уңыштар яуларға яҙһын!
Шулай итеп, “Аҡбуҙат”тың тәүге битен баш мөхәррир Тамара ЮЛДАШЕВАның баш һүҙе һәм алған бүләктәре менән фотоколлаж аса.
2-3 биттәрҙә Зөһрә БӘШӘРОВАның “Ҡорама күлдәк” тип аталған ҡыҙыҡ та шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та әкиәте урынлашҡан. Ни өсөн автор был ижад емешен шулай тип атаған? Бик тә беләһегеҙ килһә, һеҙгә уны уҡып сығырға ғына ҡала.
Мостай КӘРИМ тыуыуына 99 йыл. Ул бөтә илдәргә лә танылған шәхес, бөйөк шағир. Артабанғы биттә шағирҙы иҫкә алып уның шиғырҙар шәлкеме бирелә.
“Өфитәр ағай кәңәштәре” рубрикаһында Миңлегөл ТАЙСИНАның “Һыҙламаһын тештәрең!” тип аталған хикәйәһе көтә. Ә унда инде һүҙ тештәрен таҙартмаған, төрлө шәрбәт, кәнфит, тәмлекәстәр яратҡан Гүзәл исемле ҡыҙҙың нисек теш табибына барып эләккәне тураһында бара. Бындай хәлгә осрамаҫ өсөн, һеҙгә, теш табибының кәңәштәре лә бар.
8-9-сы биттәрҙә, ғәҙәттәгесә, рәссам Дамир Мөхәмәтйәровтың Урал батыр эпосы буйынса эшләнгән “Бәләкәй Уралдың сәйәхәте” тип аталған комиксы һүрәтләнгән.
Киләһе Яңы йыл — ниндәй йәнлек йылы икән? Бының турала беҙҙең даими авторыбыҙ Фәйрүзә ФӘТҠУЛЛИНА алдан уҡ белгән дә шул киләһе йыл хужаһына арнап пьеса ижад иткән. Һәм “Сәхнә” рубрикаһында, сер генә итеп һеҙгә, “Аҡбуҙат”тың тоғро дуҫтарына тәҡдим итә. Мәктәп сәхнәләрендә пьесала ҡатнашып, яңы ролдәрҙә уйнап, яңы йылды шатланып ҡаршылағыҙ!
Ә бына инде 14-се биттә яңы бер автор Наилә ХӘМБӘЛИЕВА ла үҙенең ижад емештәре — “Болот”, “Ҡар бөртөгө”, “Әсәйемә бүләк”, “Мөғжизә” тип аталған шиғырҙары менән таныштыра.
Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләгән “Мөғжизә иле баҡсам!” рубрикаһында Дим биҫтәһенең 75-се балалар баҡсаһы урынлашҡан. Унда Республика көнө байрамына арналған концерттан фотоколлаж.
Ә инде 16-сы биттә ноталары менән бергә бирелгән Яңы йыл тураһында йыр көтә.
Урталағы китапсыҡта, дуҫтар, “Башҡортостан ҡыҙы”ның баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева ижад иткән ун ике ай тураһында шиғырҙар шәлкеме менән дә танышырһығыҙ.
Ә журналыбыҙҙың һәр бер битен талантлы рәссамдар Азамат Ғарипов, Майя Ҡәйүмова, Ирина Әхмәҙуллина, Артур Василов һәм башҡалар сағыу һүрәттәре менән биҙәгән.
Дуҫтар, “Аҡбуҙат” менән бергә ҡалығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ! Иҫән-һау булығыҙ!
“Аҡбуҙат”тың 11-се һанына Күҙәтеүҙе Зөбәйҙә ИСЛАМОВА әҙерләне.
Читайте нас: