-9 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Март 2017, 12:00

Өс мөйөшлө хат

Өс мөйөшлө хат
Өҫтәлемдә ята
Өс мөйөшлө хат.
Етмеш йыл үтһә лә,
Уҡыйым мең ҡат.
Дәһшәтле һуғыш бара.
Һөйгәнен бик һағынып,
Күп сәләмдәр ебәреп,
Олатайым яҙған хат.
"Дошманды ҡырырбыҙ!”- тип,
Тыуған илгә ант итә.
Иҫән-һау ҡайтырмын, — тип,
Ул ҙур өмөт йөрөтә.
Өләсәй балаларын
Кеше итеп үҫтерә.
Тормош ауырлыҡтарын
Бик лайыҡлы үткәрә.
Йылдар үтте... Һыуҙар аҡты...
Ҡайтманы һалдат.
Иҫтәлектәр һаҡлап ҡалды
Өс мөйөшлө хат.
Эльмира МИҢЛЕҒӘЛИНА
Дәүләкән районы Ҡаҙанғол урта мәктәбе
Читайте нас: