Бөтә яңылыҡтар
Ҡусҡар
26 Май , 14:40

Дәртле беҙҙекеләр!

Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендә һуңғы ҡыңғырау сараһы гөрләп үтте! Мәктәптә 11-се класты 65 уҡыусы тамамлаһа, 9-сы класта - 103 егет һәм ҡыҙ.

Байрам тантанаһында уҡыусыларға иң матур, йылы теләктәрҙе район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин, мәктәп директоры Ә. Әбдрәхимов, йәштәр сәйәсәте бүлеге етәксеһе И. Шәмиғолов, уҡытыусылар, ата-әсәләр еткерҙе.

Сығарылыш класы уҡыусыларына уңыштар, аҡ юл теләйбеҙ!

Гөлназ Манапова , "Мин - йәш Шәһитсе" медиамәктәбе уҡыусыһы.

Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

#ФСГОРБ #ГрантыРБ

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: