Бөгөн "Аҡбуҙат" журналы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эш сәфәре менән Архангел, Белорет, Учалы райондары һәм Межгорье ҡалаһына юлланды.
Архангел ауылының "Тирмәкәй" балалар баҡсаһында 210 бала тәрбиәләнһә, башҡорт төркөмөнә 23 бала йөрөй. "Әкиәт" балалар баҡсаһында йәмғеһе 159 бала, шуларҙың 27-һе - башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнә.