Конкурс шарттары буйынса кескәйҙәр ҡаһарман олаталары, ҡартаталары фоторәсеме менән төшкән фотоны, баҫмаға яҙылыу тураһында квитанцияһын беҙҙең төркөмгә ебәрергә тейеш ине.
Беҙ тәүге еңеүсене осраҡлы билдәләү программаһы аша табып та ҡуйҙыҡ. Улар - 5 йәшлек Әлиә менән Артур Садыковтар! Ҡотлайбыҙ!
Ә икенсе бүләк хужаһын билдәләү өсөн айырым тауыш биреү үткәрәсәкбеҙ! Ул 12 майҙан 14 майға тиклем барасаҡ, ошо һылтанма аша үтеп -
vk.com/app7198399_-19670230... , еңеүгә лайыҡ тип тапҡан ҡатнашыусы өсөн тауыш бирә алаһығыҙ! Кем иң күп тауыш йыйһа, шул - еңеүсе!
Бүләккә иһә - шәп тәъҫораттар: еңеүселәрҙе Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап алып йөрөйәсәкбеҙ: Еңеү паркы, Хәрби дан музейы, М. Шайморатов һәйкәле һәм баш ҡалабыҙҙағы "Аҡбуҙат" кафеһында сәй эсеү.