+15 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡусҡар
4 Май , 17:16

МИНЕҢ ҠАРТАТАЙЫМ - ГЕРОЙ!

Һуғыш. 9-сы май. Еңеү көнө...Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡартатайым күҙ алдына баҫа. Ул - Бөйөк Ватан һуғышы геройы - Йомадилов Усман Йомадил улы.

МИНЕҢ ҠАРТАТАЙЫМ - ГЕРОЙ!
МИНЕҢ ҠАРТАТАЙЫМ - ГЕРОЙ!

Ул 1919 йылдың 19 октябрендә Белорет районы Бирҙеғол ауылында күп балалы ғаиләләлә тыуған.
1940 йылдың 10 июлендә ҡартатайым хәрби хеҙмәткә алына. Һуғыш башланыу сәбәпле, ул һуғышта тороп ҡалырға мәжбүр була. Тәүҙә 137-се пулемёт-артиллерия батальонында кесе сержант, һуңынан ефрейтор булып хеҙмәт итә. Олпат кәүҙәле ир-егет үҙен тырыш, ҡыйыу, батыр итеп күрһәтә.

 

1948 йылдың 22 майында ҡартатайым имен-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Үҙенең ғаиләһен ҡора. Ҡартатайымдың ҡаһарманлығы, батырлығы тураһында бик күп гәзит-журналдарҙа баҫылып сыға, парад, митингыларҙа маҡтап телгә алына.

 

Ул - Бөйөк Ватан һуғышы геройы. Ҡартатайымдың түшендә бихисап күп ордендар, миҙалдар булған. Ул йәшәгән йортта "Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй " тигән яҙыу ҙа эленеп торған. Ниндәй ғорурлыҡ!

 

Үкенескә ҡаршы, ҡартатайым 1998 йылдың 28 майында вафат була. Был ауыр хәбәр барлыҡ ауылды, илде ауыр ҡайғыға һала. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға күп көс һалған, һауылғын биргән ҡартатайым һәләк...

 

Рәхмәт һиңә, ҡартатай, Еңеү өсөн, аяҙ күк йөҙө өсөн!
Беҙ һинең батырлығыңды бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ! Һинең фоторәсемеңде тотоп, ғорурланып, ғаиләбеҙ менән парадҡа сығабыҙ һәм сығасаҡбыҙ.
Геройҙар мәңгегә хәтерҙә! Ҡарт олатайым - мәңге хәтерҙә!!! Ул - герой!

 

Даниель ХАРИСОВ,
Белорет районы 2-се Инйәр урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: