-6 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡусҡар
1 Май 2025, 15:15

ИҒТИБАР! БӨЙӨК ЕҢЕҮ АЛДЫНАН ЯҢЫ КОНКУРС!!!

Быйыл илебеҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләй.Ошо уңайҙан төркөмөбөҙҙә "Аҡбуҙат" журналын алдырыусылар араһында конкурс башлайбыҙ!

ИҒТИБАР! БӨЙӨК ЕҢЕҮ АЛДЫНАН ЯҢЫ КОНКУРС!!!
ИҒТИБАР! БӨЙӨК ЕҢЕҮ АЛДЫНАН ЯҢЫ КОНКУРС!!!

Шарттары бик ябай:

 

- "Аҡбуҙат" журналы төркөмөнә яҙылырға;
- Кескәйҙәрҙең ҡаһарман олаталары, ҡартаталары фоторәсеме менән төшкән фотоны, баҫмаға яҙылыу тураһында квитанцияны "Бәйләнеш"тә селтәрендә беҙҙең төркөмдәге беренсе яҙма аҫтына комментарийҙа беркетергә. Шулай уҡ ҡатнашыусының исем-фамилияһын, йәшен күрһәтергә онотмағыҙ!

 

Конкурста еңеүселәр икәү буласаҡ: 12 майҙа беҙ 1 еңеүсене махсус ҡушымта аша осраҡлы рәүештә һайлаясаҡбыҙ.
Икенсе бүләк хужаһын билдәләү өсөн айырым тауыш биреү үткәрәсәкбеҙ! Ул 12 майҙан 14 майға тиклем барасаҡ! Яңылыҡтарҙы иғтибар менән күҙәтеп барығыҙ!

 

Бүләккә иһә - шәп тәъҫораттар: еңеүселәрҙе Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап алып йөрөйәсәкбеҙ: Еңеү паркы, Хәрби дан музейы, М. Шайморатов һәйкәле һәм баш ҡалабыҙҙағы "Аҡбуҙат" кафеһында сәй эсеү.

 

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла "Аҡбуҙат" журналының сертификаттары ебәреләсәк!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас