

Башҡортостандың матур бер мөйөшөндә, йәшел ҡалҡыулыҡтар һәм сикһеҙ болондар араһындағы ауылында Айҙар исемле малай йәшәгән. Ул ҡыйыу һәм изге күңелле булған, кескәй сағынан тәбиғәтте һәм хайуандарҙы, бигерәк тә аттарҙы яратҡан.
Бер ваҡыт урманда йөрөгәнендә, Айҙар бәләкәй генә ҡолонға тап булған. Малайға ул нимәнәндер өрккән кеүек тойолған. Ҡолонға яҡынлашҡас, Айҙар уның аҙашҡанын аңлаған. Иркәләп, яратып, малай ҡолонҡайҙы өйөнә алып ҡайтҡан.
Айҙар уға Нур тип исем ҡушҡан. Көн дә ашатҡан, уйнарға өйрәткән. Ҡолон тиҙ арала малайҙың яҡын дуҫына әйләнгән.
Бергәләп улар урман ҡырҙар менән танышҡан.
Бер көндө Айҙар менән Нур бейек ҡалҡыулыҡҡа килеп сыҡҡан. Унан тирә-яҡтың иҫ киткес күренештәре асыла икән: йылғалар, урмандар һәм сикһеҙ яландар. Шул саҡ улар кинәт күктә күтәрелгән туҙан болотон күреп ҡалған. Ҡараһалар, ауылға атлылар отряды килә ята икән.
Күп уйлап тормай, Айҙар менән Нур тауҙан төшөп, һыбайлыларға ҡаршы елгән. Улар яҡынайғас, малай береһенең аяғы йәрәхәтләнеүен күргән. Айҙар ярҙамға ашыҡҡан һәм яралыны ауылға алып барырға тәҡдим иткән. Сәйәхәтселәр Айҙарҙың изге күңеленә һәм Нурҙың матурлығына һоҡланған.
Малай яралы менән ауылға йүнәлгән. Халыҡ уларҙы ҙур хәстәрлек менән ҡаршы алған. Мәрхәмәтле булыуҙарына һоҡланған. Улар таныш түгел кешегә ярҙам күрһәткән ҡыйыу малай һәм уның тоғро аты хаҡында һөйләгән.
Шул ваҡыттан алып Айҙар менән Нур ауылдың терәгенә әйләнгән. Улар байрамдарҙа ҡатнашҡан, хужалыҡта ярҙам иткән, төйәгенә ҡалҡан булған. Малай менән уның тоғро аты бар ауырлыҡтарҙы ла бергә еңеп сығыр айырылмаҫ дуҫтар булып киткән. Улар үҙ миҫалында беләк көсөнән дә ҡеүәтлеһе – ул яҡшылыҡ, миһырбанлыҡ икәнен күрһәткән.
Айҙар менән Нур бөгөн дә кешеләргә ярҙам итеп, Урал төйәгендә йәшәй икән. Башҡорт аты Нур тоғролоҡ һәм дуҫлыҡ символына әйләнгән. Уның хаҡында тарих быуындан-быуынға тапшырыла килә икән.
Яҙгөл АБРАРОВА,
Асҡын районы уҡыусыһы.