-4 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡусҡар
31 Октябрь , 16:09

Журналист китап уҡырға тейешме?

Журналистика ла, әҙәбиәт тә һүҙ менән эш итә. Һүҙҙәрҙән китап яҙыла. Китап һәр кеше өсөн - изге төшөнсә.

Журналист китап уҡырға тейешме?
Журналист китап уҡырға тейешме?

Журналист булам тип хыялланған, республикабыҙҙың әҙәби тормошо менән ҡыҙыҡһынған балаларҙы билдәле башҡорт әҙиптәренең, донъя өлгөләрен ижад иткән яҙыусыларҙың китаптарын нәшер иткән З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте менән таныштырмай булмай, әлбиттә. Шуның өсөн шишәмбе көнө "йәш Шәһитсе" ләр Ленин урамында урынлашҡан "Китап" кибетенә юлланды. Күптән түгел асылған был зауыҡлы, яҡты магазин балаларҙы ихлас ҡаршы алды. Ә йәш журналистарҙы күрергә Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдиҡованың килеп инеүе көтөлмәгән яңылыҡ булды. Етмәһә, Гүзәл апайҙың яңы ғына китабы ла сыҡҡан һәм ул һәр балаға үҙенең "Сал сәсле малай" китабын бүләк итте. Әлбиттә, "шәһитсе" ләр яратҡан яҙыусыларын - Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовты бик көтә ине. Шуға ла Айгиз Ғиззәт улы килеп ингәс, уҡыусылар геү итеп ҡалды, бик күп һорауҙарын да бирҙе, Айгиз ағаларының бала саҡ хыялдары менән дә ҡыҙыҡһынды. Киләһе ҡунаҡ - тележурналист, билдәле шәхес Юрий Татаренконы балалар айырыуса яратты. Бик оҙаҡ һөйләште улар Юрий Анатольевич менән, бер-бер артлы һорауҙарын бирҙе, хатта бәйләнештә селтәрендә журналисты табып алып, уға яҙылып та ҡуйҙылар. "Йәншишмә"нән Лилиә Фазлетдинова, "Аманат" тан Рәзил Бикбулатовтар сараға шулай уҡ буш килмәгән - һәр "Шәһитсе" гә журнал, гәзит, календарҙар тараттылар. Китап кешенең күңелен байытҡан, нурға сорнаған кеүек, "Китап" кибете лә тик йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы уҡыусылар күңелендә. #ФСГОРБ #ГрантыРБ

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: