Тура эфир ваҡытында медиамәктәптең маҡсаттары, эшмәкәрлеге, уның ҡатнашыусылары, саралары хаҡында һөйләшелде. Әлбиттә, был проектта ҡатнашҡан һәр бала һәләтле, отҡор, матур. Уларҙың ҡайһыһындыр һайлап алып, эфирға алып барыу ойоштороусылар өсөн ауыр һорау булды. Әммә "шәһитсе" ләргә медиамәктең беренсе көнө тураһында мәҡәлә яҙырға ҡушылғас, Бөрйән районынан Гөлназ Манапова үҙ сәхифәһенә бер көн эсендә 5 пост яҙып һалыуы менән иғтибарҙы үҙенә тартты. Һәр уҡыусыбыҙға, һәр "шәһитсе"беҙгә уңыштар, тел асҡыстары теләйбеҙ! Һеҙҙең һәр берегеҙ алтынға бәрәбәр! #ФСГОРБ #ГрантыРБ