"Тәүге рейсыма мин ҡырҡ беренсе йылдың яҙында юлландым. Дүрт йыл эсендә тимер юлдары буйлап Гомелдән Мәскәүгә, Сталинградтан Берлинға тиклем үттем. Был икһеҙ-сикһеҙ дүрт йыл бер ғүмергә торошло ине. Ошо турала һеҙгә һөйләргә теләйем дә инде".
Йәш ҡыҙ - машинистка Лидияның хәтирәләре ошолай башлана.
Лидия - "Еңеү поезды"ның төп героиняһы. Килгән кешеләр күсмә поездында тап уның һөйләгәндәрен тыңлай.
Бөгөн, 23 октябрь, "Еңеү поезы" Өфөлә эш башланы. Күргәҙмә-музей тимер юлы вокзалында тәүге төркөм ҡунаҡтарын ҡабул итте һәм экскурсиянан һуң уны асыу тантанаһы үтте.