

Бер ваҡыт ҡуяндар бейек ҡарағай төбөндә йыйылышып, үҙҙәренең ауыр яҙмышына зарланыша башлаған.
Ә иң олоһо, оҙаҡ тыңлағандан һуң, алға сыҡҡан да:
– Ҡәҙерле ағай-эне! Беҙгә, бахыр ҡуяндарға, был донъяла йәшәүе һис еңел түгел. Ҡыуаҡтар араһында берәй йәнлек ҡыбырлаһа - ҡуянға ҡурҡыныс, ағастан бер япраҡ төшһә - ҡуяндың йәне сыға яҙа. Беҙҙе берәйһе күреп ҡалһа, өркөтөргә генә тора. Беҙ бөтәһенән дә ҡурҡабыҙ, ә беҙҙән хатта себен дә ҡурҡмай. Әйҙәгеҙ, диңгеҙ яғына ҡасайыҡ.
Ҡуяндар олоноң һүҙен тыңлаған. Диңгеҙгә табан йүгергәндәр. Ә диңгеҙ ярындағы яланда бер ҙур һарыҡ көтөүе йөрөй икән. Уларҙың берәүһе, анау хәтлем ҡуяндарҙы күреп ҡалған да, ҡурҡҡан һәм ҡаса башлаған. Бөтә көтөү уның артынан сапҡан. Үҙҙәренең ҡайҙан һәм кемдән ҡасҡандарын да белмәйенсә эй йүгерә, ти, һарыҡтар. Ҡойроҡтары ҡалтырап, тояҡтары шаҡылдап тора, ти.
Уларҙың артынан эттәр өрә-өрә саба төшкән.
Көтөүселәр ҡысҡыра, таяҡтарын һелтәйҙәр икән. Иҫ киткес шау-шыу, тауыш яңғырап торған!
Ҡуяндарға был күренеш көлкө булып күренгән. Улар артҡы аяҡтарына ултырған да, көлә башлаған. Шул тиклем күп көлгәндәр, хатта ауыҙҙарының өҫкө ирене икегә ярылып киткән.
– Был донъяла беҙ, ҡуяндар, улай уҡ насар йәшәмәйбеҙ икән дә! Бергә булғанда, беҙ ҙә көслөбөҙ! – тигән улар.
Шунан һуң диңгеҙгә батмаҫҡа ҡарар иткәндәр.
Тик бына ошо көндән башлап, бөтә ҡуяндарҙың өҫкө ирене икегә ярылған килеш ҡалған, ти.
Лариса Абдуллина тәржемәһе.
Рәссам Ирина ӘХМӘҘУЛЛИНА.